Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн 2 меңгә яҡын кеше йәлеп ителәсәк

Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә 1 августан алып 30-на тиклем ойошторолған ауыл хужалығы объекттары иҫәбен алыуға әҙерлек бара. Күләмле кампанияла хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, ер участкалары, баҡсасылыҡ ширҡәттәре, ауыл хужалығы культуралары төрҙәре һәм мал һаны теркәләсәк тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Оҙаҡ йылдар Иглин районында уҡытыусы булып эшләгән Лилиә Яҡупова августа көтөлгән ял ваҡытын файҙа менән үткәрергә булған. Педагог ауыл хужалығы иҫәбен алыусылар курстары үтеп, район биләмәләрендә эш башларға әҙерләнә. Иҫәп алыусыларға көнөнә уртаса 16 хужалыҡ буйынса мәғлүмәт туплау маҡсаты ҡуйыла.

Ауыл хужалығы өлкәһендә иҫәп алып барыусыларҙың күбеһе биш йыл элек үткән кампанияла ҡатнашыусы гүзәл заттар. Быйыл да йорт буйынса иҫәп алып барыусыларға махсус форма, таныҡлыҡ, портфель тапшырылды. Хеҙмәткәрҙәрҙе кәрәкле адрес буйынса йөрөтөрәг транспорт бүленәсәк. Ҡағыҙ эшен еңелләштереү өсөн иҫәп алыусыларға планшеттар ҡаралған, бөтә эш электрон ысул менән алып барыла.

Баймаҡ районында ла ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек йылдам бара. Август айында хеҙмәткәрҙәр 14 меңдән ашыу крәҫтиән хужалығы объектын барларға тейеш. Иҫәп алыусыларҙың был өлкәлә эш тәжрибәһе булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла махсус программа буйынса белемен камиллаштырҙы.

Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр иҫәп алыу һорауҙарына яуапты Росттаттың рәсми сайтында үҙаллы ҡайтара ала. Дөйөм алғанда Баймаҡ районы буйынса иҫәп алыу кампанияһына 30 кеше йәлеп ителәсәк.

Республика буйынса иҫәп алыусылар алдында миллиондан ашыу ауыл хужалығы объектын теркәү бурысы ҡуйыла. Крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтар фермерҙары техника һаны, баҫыу-яландары, үҫтергән һәм етештергән продукцияһы һәм башҡа эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт тапшырырға тейеш. Йорт хужалары иҫәп алыусыны ихатаһына индермәҫкә хоҡуҡлы йәғни урам тышында ғына тороп һөйләшергә мөмкин.

Фото №1 - Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн 2 меңгә яҡын кеше йәлеп ителәсәк

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ