Шүлгәнташ мәмерйәһендә кеше ҡулға эйәләштергән тәүге йылҡы малының рәсемдәре табылды

Волга буйы археология музейы хеҙмәткәрҙәре экспедицияһы барышында был асышҡа нигеҙ һалынды. Ғалимдар фекеренсә Бөрйәндәге таш йорт стеналарында тәүтормош кешеләре таш дәүерҙә һунар иткән аттар төшөрөлгән.

Шуға ла йылҡы малы бер аҙ килбәтһеҙ йәғни ҙур башлы, йыуан муйынлы, ҡыҫҡа аяҡлы итеп һүрәтләнгән. Уларҙы тап Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендә кеше ҡулға эйәләштергән, артабан өйрәтеп алған. Ғалимдар был хәл яҡынса 4 мең йыл элек булған тип фаразлай. Уларҙың фекеренсә, мәмерйәлә һаҡланған рәсемдәр боронғо һунарсыларҙың йолаһын сағылдыра.

Фото №1 - Шүлгәнташ мәмерйәһендә кеше ҡулға эйәләштергән тәүге йылҡы малының рәсемдәре табылды

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ