Хужалыҡта был техника ярҙамында йөк тейәргә, ер һөрөргә һәм башҡа ауыр физик көс талап иткән эштәр башҡарырға мөмкин. Һәүәҫкәр механик Рәүеф Дауытов эшләгән мөғжизәле тракторҙы БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ла һынап ҡараны.
Был ыҡсым трактор Японияла етештерелгән мини экскаваторҙарҙан бары тиҙлеге һәм двигателенең артыҡ шаулап эшләүе менән генә айырыла. Йорт -ҡура янындағы алыштырғыһыҙ техника төрлө алмаш өлөштәрҙән йыйылған. Рәүеф Дауытов бала саҡтағы техника менән мауығыуын, ир ҡорона еткәс, трактор йыйып ғәмәлгә ашырған.
Рәүеф Дауытовҡа был тракторҙы ҡороуға йылдан ашыу ваҡыт киткән. Ҡайһы бер өлөштәрен ул һатып алған, күпселеген үҙ ҡулдары менән эшләгән.
Был тракторҙа 30 ат көсө. Двигателе - Ока автомобиленыҡы. Рәүеф Дауытов ҡорған тракторҙа дүрт төрлө эш башҡарырға мөмкин: ер һөрөргә, ҡышын ҡар көрәргә, йөк тейәргә һәм арба тағырға мөмкин.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тип тәүәкәлләп, хужалыҡта ҡулланыу өсөн бер-нисә проектты тормошҡа ашырған. Ихата эсендә лә аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулайламалары етәрлек. Алтын ҡуллы хужа ташландыҡ газ баллондарына яңы ҡулланылыш тапҡан.
Мәсәғүттә йәшәгән һәүәҫкәр механик ирешелгәндәр менән туҡтап ҡалырға йыйынмай. Көҙгө баҡса эштәре тамамланғас, мини-тейәгес һыҙмаларын теүәлләп, ваҡ деталдәрҙе тоташтыра торған кабелдәрҙе ҡора башлаясаҡ.
Гүзәл Борханова






