Билдәле блогер һәм спортсы Рөстәм Нәбиевҡа арналған фильм баш ҡала тамашасыларына тәҡдим ителде

Экран әҫәре 2015 йылда Омскиҙағы казарма емерелгәндән һуң ике аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙҙың былтыр ҡулдары ярҙамында Эльбрус тауын артылыуы тураһында. Ағиҙел ярындағы амфитеатрҙа ойошторолған премьера аншлаг менән үтте. Күптәр Рөстәм Нәбиевтың батырлығы өлгөһөндә үҙҙәренә көс-ҡеүәт алырға килеүен белдерҙе.

Фильмдың режиссеры Дмитрий Олейник менән продюсеры Лариса Олейник әйтеүенсә, Рөстәм Нәбиевтың батырлығы үҙ-үҙеңә ышаныу тарихы. Тиҙҙән ҡыйыу замандашыбыҙ Гималайҙағы 8 201 метр бейеклектәге Чо-Ойю тауына менергә йыйына һәм ошо арала сәйәхәткә әҙерлек башларға ниәтләй.

Фото №1 - Билдәле блогер һәм спортсы Рөстәм Нәбиевҡа арналған фильм баш ҡала тамашасыларына тәҡдим ителде

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ