“Улар үҙҙәрен дә, тыуасаҡ сабыйын да һаҡлай”, - ти Өфөнөң Дим биҫтәһе клиник дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов.
КОВИД-19-ға ҡаршы Ситуация үҙәге етәксеһе Римма Үтәшева әйтеүенсә, сирҙе еңеү өсөн коллектив иммунитет булдырыу мөһим. Быға ирешеү өсөн 18 йәштән өлкәндәр прививка яһатырға тейеш.
Республикала 185 урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа вакцина яһатырға мөмкин. Иң ҙур үҙәк Өфөлә – “Торатау” конгресс-холында урынлашҡан. Сауҙа комплекстарындағы кабинеттар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Ял һәм байрам көндәрендә бер сәғәткә иртәрәк асыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров вакциналау темпын тиҙләтергә ҡушты.






