“Беҙҙән башҡа бер кем дә!”. Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында “Десантсылар быуыны берлеге” һәйкәле асылды

Фото №1 - “Беҙҙән башҡа бер кем дә!”. Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында “Десантсылар быуыны берлеге” һәйкәле асылды

Арт-объект 2 августа билдәләнгән Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан барлыҡҡа килде. Рәсәй Геройы, генерал-полковник Владимир Шаманов белдереүенсә, десантсылар – ҙур һәм татыу ғаилә булып берләшә белә һәм мөһим бурыстарҙы үтәй.

“Беҙҙән башҡа бер кем дә!”. Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында “Десантсылар быуыны берлеге” һәйкәле асылды

Һәйкәлде асыу тантанаһында легендар конструктор Михаил Калашниковтың ҡатыны Фәйрүзә Бурганова ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, һәйкәл тыныслыҡ һәм именлеккә саҡырыусы символ булып тора.

“Беҙҙән башҡа бер кем дә!”. Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында “Десантсылар быуыны берлеге” һәйкәле асылды

“Десантсылар һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Улар алдында ҡыйыулыҡ, етеҙлек талап ителгән иң ҡатмарлы бурыстар ҡуйыла”, - тине Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин.

“Беҙҙән башҡа бер кем дә!”. Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында “Десантсылар быуыны берлеге” һәйкәле асылды

Монумент десантсыларҙың дүрт образын сағылдыра. Уның төп һыны – бәләкәй Малай. Ул ата-бабалар антына тоғро ҡаласаҡ йәш быуын вәкиле. Һәйкәлде шулай уҡ Һауа-десант ғәскәре эмблемаһы төшөрөлгән байраҡ та тулыландыра. Проект авторы – Рифат Хужағәлиев. Бөгөн шулай уҡ ваҡыт капсулаһы һалынды. “Был Ватан һаҡсыларының батырлыҡ һәм ҡыйыулығына ихтирам символы. Төрлө быуын хәрбиҙәре – һәм Һин, Тыуған илдең буласаҡ һаҡсыһы, бронзала һынлындырылғанһың. Беҙ һинең баласағыңды һаҡланыҡ. Һин дә балаларыңды яҡларһың”, тигән һүҙҙәр яҙылған уның эсенә һалынған мөрәжәғәттә. Капсуланы 2055 йылда асыу планлаштырыла.

Выборы 2026
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ