Иглин районының тыуған яҡ тарихын өйрәнеү музейында ошо яҡтарҙа тыуып үҫкән билдәле ғалим Фәнғил Гәрәевҡа арналған экспозиция асылды.
Фәнғил Гәрәев донъя кимәлендә танылыу яулаған йәҙрә физикаһы белгесе, физика-математика фәндәре докторы. 300-ләп ғилми хеҙмәт авторы булараҡ ғалим йәҙрә физикаһы үҫешенә тос өлөш индерә. Фәнғил Гәрәев шулай уҡ физик-матемак ғалимдар араһында тәүгеләрҙән Z-114 һаны булыу ихтималлығын иҫәпләп сығара.
Арҙаҡлы ғалим иҫтәлегенә арналған осрашыуҙа уның ҡыҙы Гүзәл Гәрәева ла ҡатнашты. Киләсәктә ул музей экспозицияһын атаһының шәхси әйберҙәре менән тулыландырырға ниәәләй.
Гөлдәриә Йосопова




