Өфө ҡыҙы Аделина Заһиҙуллина Олимпия уйындарында алтын миҙал яулауға иреште

Өфө ҡыҙы Аделина Заһиҙуллина Токиола үткән Олимпия уйындарында Рәсәйҙең фехтование буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында тәүге алтын миҙал яулауға иреште. Яҡташыбыҙ менән бергә еңеү өсөн Лариса Коробейникова, Инна Дериглазова һәм Марта Мартьянова көрәште. Финалда Рәсәй ҡыҙҙары француз командаһы менән уйында үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күрһәтте. Иҫәп 45:42. .

Аделина Заһиҙулина Олимпиадала «ЦСКА» клубы исеменән сығыш яһай. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Егор Поповта шөғөлләнә. Олимпиадалағы ҙур еңеүе менән яҡташыбыҙҙы Башҡортостан башлығы та тәбрикләне. Радий Хәбиров Әбйәлил районына эш сәфәре барышында Аделина Заһиҙуллина менән видеобәйләнешкә сыҡты.

Фото №1 - Өфө ҡыҙы Аделина Заһиҙуллина Олимпия уйындарында алтын миҙал яулауға иреште

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ