Өфө аэропортында «Ибис Стайлс» халыҡ-ара бренды аҫтында яңы ҡунаҡхана төҙөлә

Отелде 2024 йылда сафҡа индереү ҡарала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеселегендә уҙған инвестиция сәғәтендә туризм инфраструктураһы объектын өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индереү ҡарары раҫлданды.

Инвестор дәүләт ярҙамы булараҡ һалым ташламалары аласаҡ. Отель сафҡа инеү менән әле эшләп торған ҡунаҡхана аэропорттың хужалыҡ ихтыяждарында файҙаланыуға күсерелә.

Өфө һәм Башҡортостан халҡын өҙөклөкһөҙ дарыуҙар менән тәьмин итеү маҡсатында баш ҡала эргәһендә фармакология компанияларының ҡеүәтле логистика үҙәген асыу ҡарала. Был маҡсатта 500 миллион һум күләмендә аҡса һалыу күҙаллана. 100 өҫтәмә эш урыны булдырыла.

Дүртөйлө районы Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ хужалығының проекты ла өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде. Быйыл көҙ унда мең баш һыйыр малына иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһын төҙөү ҡарала. Заманса комплекста Бәләбәй комбинаты өсөн йылына 10 мең тонна һөт етештерергә планлаштырылған. Башҡортостан инвесторҙың тоҡомло мал һатып алыуға киткән сығымдарын компенсация иҫәбенә ҡаплаясаҡ.

Фото №1 - Өфө аэропортында «Ибис Стайлс» халыҡ-ара бренды аҫтында яңы ҡунаҡхана төҙөлә

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ