Стәрлебаш районында Юрматы йыйыны ойошторола

Был тәҡдим менән урындағы хакимиәткә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәкселеге сыҡты. Ултырышта тыуған яҡты өйрәнеү, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар планы ла ҡаралды. Шулай уҡ бөгөн район үҙәгендә Стәрлебаш мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Мөхәмәтшакир Туҡаевтың исеме мәңгелләштерелде.

ХХ быуат башында ул Өфө губернаһынан Дәүләт Думаһының икенсе-өсөнсө саҡырылыш депутаты булараҡ та һайланған. Һәйкәл асыу тантанаһында БЮТ каналының ижади төркөмө лә эшләне.

Филология Фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов Рәсәй фәндәр академияһының Лингводок платформаһы менән таныштыра. Был программа туған телдәрҙе һәм диалекттарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем халыҡ ижады өлгөләре, әкиәттәр, тыуған ауылы тарихы тураһында мәғлүмәтте үҙ тауышы менән уҡып ебәрә ала. Башҡорт ерлегенә хас һөйләштәрҙе һанлаштырыу бара. Телмәр байлығын күрһәтергә ваҡыт.

Стәрлебаш районында ойошторолған Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышында Башҡорт тарихы йылын уҙғарыу планы менән таныштырҙылар. Тыуған яҡты өйрәнеү, милләтебеҙ хазинаһы – туған телде һаҡлау мәсьәләләре күтәрелде.

Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға ХХ быуаттың билдәле мәғрифәтсеһе Мөхәмәтшакир Туҡаев тураһында брошюралар ҙа таратылды. Был осраҡлы түгел. Район үҙәгендә әүҙем йәмәғәт эшмәкәренең исеме мәңгелләштерелде. Китапхана алдында ҡуйылған һәйкәл хәҙер барыһын да ғилемгә, белемгә әйҙәй.

Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы Стәрлебашты үҫтереү, уны төҙөкләндереү, шәкерттәрҙе уҡытыу, мәҙрәсәләрҙең китапханаларын тулыландырыу кеүек изге эштәр башҡара. Ауыл хужалығы менән шөғөлләнә, Стәрлетамаҡ өйәҙендә юғары вазифа биләй. Өфө губернаһынан ике тапҡыр Дәүләт Думаһы депутаты итеп тә һайлана. Мосолмандар фракцияһында эшләй

Мөхәмәтшакир Туҡаев тыуған яҡты өйрәнеүгә лә тос өлөш индергән. Тәүгеләрҙән булып Стәрлебаш ауылы тарихын яҙған. Һәйкәлгә килгәндә, ул бронзанан ҡойолған. Авторы Пермь өлкәһенән скульптор Ильяс Ғәлиуллин. Әйткәндәй, алдағы йылдарҙа китапхана реконструкцияһы планлаштырылған. Ошо маҡсатта проект-смета документацияһы ла әҙерләнгән. Һәйкәл яны ла тиҙҙән төҙөкләндерелер тип көтөлә.

Фото №1 - Стәрлебаш районында Юрматы йыйыны ойошторола

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ