Үҫеш юлында. Мостай Кәрим исемендәге Халыҡ-ара «Өфө» аэропортында эске рейстар терминалы яңыртылды. Пассажирҙарҙың уңайлығы өсөн өҫтәмә теркәү, багаж ҡабул итеү урындары төҙөлдө. Аэропорттың дөйөм майҙаны ла киңәйтелеү менән көнөнә меңдән ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндереү мөмкин.
Быйыл Өфө аэропорты Волга буйы федераль округы аэропорттары араһында тәүгеләрҙән 2 миллионынсы пассажирҙы ҡабул итте. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Алыҫ араларға осоусы пассажирҙар Мостай Кәрим исемендәге Халыҡ-ара «Өфө» аэропортын заманса транспорт объекты тип баһалай. Яңыртылған бина таҙалығы, пассажирҙарға тәҡдим ителгән уңайлы хеҙмәттәре менән айырыла. Аэропортта яңы асылған эске терминал менән файҙаланыусылар рейсты көтөү залдарында ял итеү урындары уңайлы ойошторолған тип билдәләй.
Аэропорттың бизнес-залында рейс көтөү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Иркен майҙанда лаунж-бүлектә швед өҫтәле, яңы баҫтырылған гәзит-журналдар тәҡдим ителә. Кескәйҙәр өсөн айырым уйын һәм ял бүмәһе ойошторолған. Пассажирҙарға душ бүлмәһе лә ҡаралған.
Былтыр эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, аэропорт бинаһы планға ярашлы төҙөкләндерелде. Яңы асылған терминал майҙанында теркәү, багаж ҡабул итеү урындары өҫтәлде, бинаның инженер селтәре һәм хәүефһеҙлек системаһы яңыртылды.
Мостай Кәрим исемендәге Халыҡ-ара «Өфө» аэропортында быйыл 2 миллионынсы пассажир хеҙмәтләндерелде. Аэропорт Волга буйы федераль округы аэропорттары араһында иң яҡшы комплекстарҙың береһе тип табылды. Алдағы йылдарҙа аэропорттың өс терминалын берҙәм архитектура концепцияһы итеп ойоштороу күҙаллана.
Флорида Ким






