Башҡортостанда Бөтә Рәсәй дөйөм йүнәлештәге авиацияның икенсе конгресы һәм бәләкәй авиация һөйөүселәрҙең 15-се слеты башланды. Саралар Первушин аэродромында уҙа.
Форум барышында пилоттарға оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу, төрлө презентациялар ойоштороу ҡаралған. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү программаларын ғәмәлгә ашырыу өсөн өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Конгреста ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тәбрикләне. Форум 31 июлгә тиклем дауам итә. Иртәгә аэродромда сағыу авиация тамашаһы көтөлә.




