Башҡортостанда уҙған төндә 2 кеше янып үлә яҙған

Салауат ҡалаһындағы бер йортта көмөшкә аппараты шартлаған. 34 йәшлек ир һәм ҡатын дауаханаға оҙатылған, уларҙың тәне бешкән, хәлдәре ауыр тип баһалана.

Йорттан 30 кеше сығарылған, газ торбалары тикшерелгәндән һуң улар фатирҙарына ҡайтҡан, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.

Фото №1 - Башҡортостанда уҙған төндә 2 кеше янып үлә яҙған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ