Мәскәү-Өфө автомобиль юлында Стәрлетамаҡ ҡалалаһынан 22 йәшлек егет «Джили Эмгранд» автомобилендә кюветҡа сығып киттә һәм юл ситендәге ағасҡа бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә салондағы пассажир һәләк була.
Уның шулай уҡ 22 йәштә һәм Ишембайҙан булыуы билдәле. Осраҡ буйынса тикшереү бара. Һуңғы тәүлектә республика юлдарында 8 авария теркәлде. Уларҙа бер кешенең ғүмере ҡыйылды, тағы ла 10 кеше йәрәхәтләнде.




