Бөгөн күләмле эштәр ауылдың Советтар Союзы геройы Ғабдрахман Латипов исемен йөрөткән урамда алып барыла. Дөйөм оҙонлоғо бер саҡрым да 300 метрҙы тәшкил итә. Урындағы халыҡтың күптән көтөп алынған ваҡиғаһы.
Шуға ла эш барышын улар көн дә тиерлек күҙәтә барҙы. Яҙ-көҙ айҙарында үтеп сыҡҡыһыҙ күләүек, ямғыр яуып үтһә урам бөтөнләй йылға үҙәнен хәтерләтә ине, ти ауылдаштар. Саҡмағош районының юл-ремонт төҙөлөш идаралығы әлеге участкалағы эштәрҙе ошо көндәрҙә тамамларға иҫәп тота. Унан һуң, төбәктең башҡа ауыл урамдарын төҙөкләндереү күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин




