Файҙалы йәрминкә. Әлшәйҙә ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙҙы. Йәшелсә-емешкә хаҡтар күтәрелгән осорҙа район етештереүселәренә сауҙа итеү мөмкинлеге биреү баҙар хаҡтарын бер аҙға булһа ла ауыҙлыҡларға мөмкинлек.
Сауҙаға төбәктә етештерелгән сифатлы аҙыҡ түлек сығарылды. Урындағы фермерҙар, баҡсасылар, ауыл халҡы һәм умартасылар ҡулай хаҡҡа йәшелсә-емеш, ит, һөт, кондитер ризыҡтары һәм башҡорт балын тәҡдим итте.
Йәшелсә-емеш йәрминкәһе Әлшәйҙәр өсөн ҙур байрамға әйләнде тиһәк тә һис кенә лә хата булмаҫ. Урамда көн дауамында күңелле музыка яңғыраны. Балалар һәм ололар өсөн төрлө ярыштар, конкурстар, уйындар ойошторолдо.
Әлшәйҙәге тәжрибәнең уңышлы булыуын иҫәпкә алып, киләһе ял көндәрендә йәрминкәләр Өфө майҙандарында ла уҙғарыла. Белгестәр фекеренсә, урындағы етештереүселәргә өҫтөнлөк биреү, хаҡтар сәйәсәтен көйләүҙәге төп йүнәлеш.






