Башҡортостанда 15 йәшлек мәктәп уҡыусыһы класташын бысаҡ менән сәнскән

Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәренең береһендә IX класс уҡыусыһы бысаҡ менән класташына ташланған. Был хәл 14 февраль иртәһендә теркәлгән.

Республика Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 йәшлек үҫмер физика кабинетында класташынан, муйынынан һығып, 100 һум талап иткән. Тегеһе ҡаршылыҡ күрһәткән ыңғайына бысаҡ менән уның ҡабырғаһына сәнскән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күргән уҡыусы быға тиклем бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә торған. Ул әлеге ваҡытта дауаханала ята.

Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сәбәптәр асыҡлана.