Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәренең күпселек йүнәлештәре буйынса алдынғылар рәтендә

Был турала Рәсәй финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров республикаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Башҡортостан социаль заказ тураһындағы федераль законды ғәмәлгә ашырыу буйынса пилот төбәктәр исемлегенә инде.

Урындағы үҙидаралыҡ вәкилдәре менән берлектә ойошторолған кәңәшмәнең төп темаһы иһә һатып алыу һәм бюджет өлкәһендәге ҡануниәткә индерелгән төҙәтмәләр менән бәйле булды. Уларҙың бер өлөшө күптән түгел ғәмәлгә инде, 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында үтәлә башларға тейеш.

Башҡортостан биләмәһендә төрлө кимәлдәге 897 бюджет формалаша. Власть органдары һәм муниципалитеттар вәкилдәренә ҡаҙна аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыу бурысы ҡуйыла. Осрашыуҙың тантаналы өлөшөндә Анджрей Назаров Алексей Лавровты Башҡортостандың дәүләт наградаһы-Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.

Фото №1 - Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәренең күпселек йүнәлештәре буйынса алдынғылар рәтендә

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ