Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке...

Был девиз аҫтында Ғафури районында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте. Емеш-еләк, йәшелсә менән сауҙа итеүҙән тыш, халыҡҡа социаль яҡтан да ярҙам күрһәтелде. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Быйыл йәй күп райондарҙа бал ҡорттарының ҡырылыуы күҙәтелһә, Ғафуриҙарға был ҡурҡыныс янамаған. Шуға күрә ауыл хужалығы йәрминкәһендә урындағы балға ихтыяж ҙур булды. Умартасылар ҡулай хаҡҡа татлы ризыҡты тәҡдим итте.

30 июлдән алып Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Йәрминкәләр, балалар өсөн төрлө уйын-көлкө һәм башҡа тамашалар ойоштора. Красноусол халҡы сараға дәртле көйҙәр, тәмлекәстәр әҙерлгән.

Йәй иртә килгәнгә күрә, уңыш иртәрәк йыйыла башланы. Шуға күрә урындағы фермер, баҡсасылар, ауыл халҡы тарафынан йәшелсә-емеш, ҡышҡылыҡҡа әҙерләмәләр кәштәләр ҙә урын алды. Бынан тыш, һөт, ит, кондитер ризыҡтары артынан һәм шифалы төнөтмләрҙән әҙерләнгән сәйҙе тәмләп ҡарау өсөн сират теҙелде.

Ауыл хужалығы йәрминкәләрен республиканың башҡа майҙансыҡтарында ла уҙғарыла. Белгестәр фекеренсә, урындағы етештереүселәргә өҫтөнлөк биреү, хаҡтар сәйәсәтен көйләүҙәге төп йүнәлеш.

Ғафуриҙар йәрминкә байрамында социаль яҡтан да ярҙам алды. Урындағы халыҡҡа юристар консультация үткәрҙе. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләлә тәрбәиләнгән балаларҙы мәктәпкә әҙерләргә ярҙам итеү маҡсатында хәйриә акцияһы уҙғарылды. Унда һәр кем кәнсә тауарҙарын, йәки аҡсалата иғәнәләр ҡалдыра алды.

Фото №1 - Урындағы, сифатлы, үҙебеҙҙеке...

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ