Коронавирус үлем осраҡтары буйынса йәнә антирекорд ҡуя

Уҙған тәүлектә хәүефле сир ҡорбандары һаны йәнә 9 кешегә артты. Пандемия башланған көндән һәләк булыусылар һаны 771-гә етте. 256 яңы осраҡ раҫланды. Стационарҙа 655 кеше, пациенттарҙың 57-һе ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 3 кеше.

Коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе өлөшө 933 мең 694 кешегә ҡаҙалған. Тулы вакциналауҙы 676 мең 960 кеше үткән.

Фото №1 - Коронавирус үлем осраҡтары буйынса йәнә антирекорд ҡуя
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ