Алтын ҡуллы олатай - Фларис Нуриев

Фларис Нуриевтың йорто бәләкәй оҫтахананы хәтерләтә. Айырыуса каникул осоронда. Ейәндәре олатаһынан ағас һырлау серҙәрен өйрәнә. Салауат районы Ишембай ауылында йәшәгән һәүәҫкәр скульптор һәм ағас һырлау оҫтаһы янында БЮТ каналының ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ хәбәрсе Гүзәл Борханова.

Олатайҙарының ағасты һырлау алымына өйрәтеүе хеҙмәт дәресен хәтерләтә. Фларис Нуриев тормош иптәше Филүзә ханым менән 41 йыл татыу ғүмер кисерә. Ике ҡыҙ, бер ул үҫтереп оло тормош юлына сығарғандар. Хәҙер инде бергәләп ейәндәрен үҫтерешәләр. Ейәндәре лә олатаһы белгән һөнәрҙәргә бик теләп өйрәнә.

Нуриевтарҙың йорт бүлмәләре һынлы сәнғәт галереяһын хәтерләтә. Һындар араһында реставрацияланып, икенсе һулыш алған фарфор композициялар ҙа бар. Ағастан эшләнгән композициялары ла күңел йылыһы биреп эшләнгән. Һәр һынға тәрән мәғәнә һалынған. Хәҙерге осорҙа ата-әсә һәм балалар мөнөсәбәтенә ҡағылышлы инсталляциялар ҙа тетрәндергес.

Эре хайуан һәм ҡош һындары башлыса ваҡ ташҡа цементты ҡатырып ҡойола. Ә бәләкәй һындар лупа һәм пинцет ярҙамында ижад ителә. Фигураларға йән өрөр өсөн оҫта көндәр буйы яратҡан эше менән була.Йорт хужабикәһенә тормош иптәшенең эшен сабыр ғына күҙәтергә тура килә.

Алтын ҡуллы оҫтаның иң ҙур хыялы – Салауат батырҙың айыу алғанын ике метрлы һәйкәл композицияһында башҡарыу. Был эшкә ул мотлаҡ ейәндәрен дә йәлеп итәсәк.

Олаталарының ейәндәренә өйрәтер шөғөлө булыуы, ә ейәндәренең уның өлгөһөндә булдыҡлы, тырыш һәм спортҡа ылығып үҫеүе ҡыуаныслы. Урам тултырып велосипедта уҙышыуҙа, турникта атылыуҙа һәр ҡайһыһы иң күп мәрәй йыйыуға ынтыла.

Тирмә стилендәге беседканы Фларис Йомаҙил улы ейәндәре һәм бала-сағалары менән бергә ғаилә байрамдарын үткәрер өсөн эшләгән. Тирмә алдындағы әкиәт геройҙарын да быйыл йәйге каникулда бергәләп шымартып, буяп ҡуясаҡтар.

Фото №1 - Алтын ҡуллы олатай - Фларис Нуриев

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ