«Заря» ауыл хужалығы кооперативы ҡуйылған пландың яртыһын үтәгән дә инде. Төбәктә иген культураһының уртаса гектар ҡеүәте яҡынса 26 центнер. Быйылғы һауа шарттарының ҡырыҫлығы ла ауыл эшсәндәре алдында ҙур һынауҙар ҙа ҡуйҙы.
Көндәрҙең башлыса ҡояшлы тороуы юғары уңыш алыуға кәртә булды. Әммә, төбәк игенселәре тәбиғәт көйһөҙлөгө алдында юғалып ҡалманы, район хужалыҡтары урып-йыйыу һәм мал аҙығын әҙерләү эштәрен ҡыҙыу темпта алып бара.
«Заря» төбәктә игенселек һәм малсылыҡ буйынса махсуслашҡан алдынғы хужалыҡтар исемлегендә. Ҡеүәтле техника менән эште бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ атҡарырға мөмкинлек бирә.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып-йыйыу республиканың 49 районында алып барыла. Дәүләкән һәм Илеш районы хужалыҡтары бөгөн алдынғылар иҫәбендә. Ужым культураһының иң юғары күрһәткесе Саҡмағош районында теркәлгән. Гектар ҡеүәте 27,8 центнерҙы тәшкил итә.
Азат Ғәлиуллин




