Өфөлә тимер юлсыларҙы бүләкләнеләр

Тантана уларҙың һөнәри байрамы уңайынан ойошторолдо. Тиҫтәнән ашыу хеҙмәткәр эшенә юғары баһа алды. Сара барышында бөтә санитар талаптар үтәлде. Артабан – ентекләберәк.

Куйбышев тимер юлы етәксеһе хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары айҡанлы тәбрик итә. Бөгөн бөтә йылы һүҙҙәр уларға арнала. Оҙатып барыусылар, машинистар, инженерҙар, диспетчерҙар. Һәр кемдең үҙ бурысы булған ҙур команда. Тимер юл – пассажир рейстары ғына түгел. Ул йөк ташыу бурысын да уңышлы үтәй. Оксана Юрьевна был өлкәлә 29 йыл. Ул йөк ташыу департаментында клиенттар менән эшләй.

Тырыш хеҙмәт өсөн лайыҡлы бүләк. Кешеләр менән аралашыу – транспорт тармағы хеҙмәткәрҙәренең эш нигеҙе.

Владимир Максименко хеҙмәт юлын машинист ярҙымсыһы булып башлай. Атҡарған эше тураһында кинәнеп һөйләй, күҙҙәре балҡып китә. Ул 25 йыл ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған.

Пассажирҙар һәм йөк ташыу өсөн яуаплылыҡ гарантиялау – Куйбышев тимер юылының төп өҫтөнлөгө. Пассажирҙар ташыу өлкәһендә халыҡ һанын арттырыуға йүнәлтелгән программалар тормошҡа ашырыла. «Орлан» ҡала яны поезы республикала йәшәүселәр араһында танылыу яуланы. Вагондарҙа йөҙҙән ашыу урын булдырылған. Пассажирҙар һаны 40 меңдән ашты. Башҡа маршруттар асыу ниәте лә бар. Улар – Приют ҡасабаһына, Белоретҡа тиклем Көнбайыш һәм Көнсығыш экспрестары.

Это большой проект, который начинался, как какие-то радужные мечтания, Уфимское ж/д кольцо. Мы уже технико-экономическое обоснование проработал. Это вот практически электричка вокруг Уфы будет курсировать. Очень удобно для пассажиров, издалека, проектируем нашу дорогу на Зауралье.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Өфөлә тимер юл вокзалын төҙөкләндереүҙең беренсе этабы тамамланды. Бинала заманса залдар һәм уңайлы ултырғыстар барлыҡҡа килде. Пассажирҙар ағымы бүленде, сираттар юҡҡа сыҡты. Шулай уҡ йәмәғәт транспорты хәрәкәте теҙмәһе булдырылды. Баш ҡаланың тимер юл вокзалын ремонтлау өсөн Рәсәй тимер юлдары компанияһы 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгән.

Фото №1 - Өфөлә тимер юлсыларҙы бүләкләнеләр

Зөһрә Арсаева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ