Ямғыр быға тиклем Өфөнөң Менделеев урамы, 211-се йорт адресы буйынса йәшәүселәр өсөн ысын мәғәнәһендә бәләгә әйләнгән. Һыу фатир эсенә үк үтеп ингән. Мебель, ремонт, көнкүреш техникалары боҙолған.Ә подъезд хатта, күлгә әйләнә яҙа ине, ти урында йәшәүселәр. Һыуҙан өҫкө ҡаттағылар ҙа, аҫтағылар ҙа берҙәй зыян күрә.
Фатирҙарға ҡыйыҡта ирегән ҡар ҙа даими зыян килтергән. Теләһә ниндәй нөктәлә электрҙа ҡыҫҡа ялғаныштан янғын сығыуы ихтималлығы көслө була. Ҡурҡып йәшәүҙән арыған милек хужалары Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге посы аҫтына ялыу яҙа. Яуап оҙаҡ көттөрмәй.
Ҡыйыҡ ҡына ремонтланмай, электр линиялары ла тәртипкә килтерелә. Яҡын киләсәктә Торлаҡ-файҙаланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре подъездың һыуҙан боҙолған урындарын төҙөкләндереп, күп ҡатлы йортто тәртипкә килтерәсәк.
«Инцидент» системаһы булмаһа, ҡыйыҡ ҡасан ремонтланыр ине, билдәһеҙ. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең һорауы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үтәлде. Ошондай мөрәжәғәттәр буйынса халыҡҡа ярҙам күп күрһәтелә. Республикала программа эшләй башлағандан алып ҡына 170 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡаралған һәм хәл ителгән.
Рәйлә Күсемханова




