Профилактик сара барышында машиналарҙың төҙөк хәлдә булыуы, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүе, водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә төп иғтибар бүленә. Башҡортостан үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр транспорттың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы етәксеһе Ринат Ғәлимов әйтеүенсә, тикшереү үтмәгән транспортҡа бәйле юл фажиғәләре йыл һайын арта. Шуға хәүефһеҙлек сараларына етди иғтибар биреләсәк.
"Трактор" айлығы 31 авгусҡаса дауам итә.






