Беҙҙән башҡа бер кем дә! Бөгөн Башҡортостан Башлығы Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙе ҡотланы. Ул хөкүмәттә видеоконференция элемтәһе форматында үткән кәңәшмәлә десантсыларҙың ил алдында мөһим бурыс үтәүе тураһында белдерҙе. Йома көндө Өфөлә асылған “Десантсылар быуыны берлеге” һәйкәле хаҡында ла фекерен әйтте.
Өфөлә асылған һәйкәл десантсыларҙың дүрт быуынын сағылдыра. Уның төп һыны – бәләкәй малай. Ул ата-бабалар антына тоғро ҡаласаҡ йәш быуын вәкиле.






