Бөгөндән мәктәп йәшендәге балалар өсөн 10 мең һум түләү башланды

 Рәсәй Президенты Владимир Путин бойороғона ярашлы, аҡса 6 йәштән 18 йәшкәсә балалар өсөн түләнә. Быға тиклем 10 мең һум 16 августан күсерелә тип хәбәр ителгәйне. Башҡортостанда түләүгә 650 мең бала дәғүә итә. Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә була. Ата-әсәләр белдереүенсә, яңы уҡыу йылы алдынан 10 мең һумлыҡ пособие мөһим һәм урынлы.

Бөгөндән мәктәп йәшендәге балалар өсөн 10 мең һум түләү башланды

Рәсәйҙә 20 миллионға яҡын бала өсөн “мәктәп пособиеһы” түләнә. Ғариза 1 ноябргәсә ҡабул ителә.

Фото №1 - Бөгөндән мәктәп йәшендәге балалар өсөн 10 мең һум түләү башланды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ