"Башҡорт ихаталары" өсөн 742 миллион һум тотонола

Быйыл Республика ҡалаларында 140 йорт яны биләмәһе төҙөкләндерелә. "Башҡорт ихаталары" программаһын ғәмәлгә ашырыуға 742 миллион һум бүленде. Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Алан Марзаев белдерҙе. Әле билдәләнгән план 70 процентҡа үтәлгән. Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Мәләүез ҡалаларында эштәр теүәлләнгән. 30 августҡа тиклем Өфөлә төҙөкләндерелгән ихаталарҙы файҙаланыуға тапшырыу көтөлә.

Фото №1 - "Башҡорт ихаталары" өсөн 742 миллион  һум тотонола
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ