"Салауат Юлаев" уйындарына абонемент 5 500 һумдан башлана

Юлаевсылар уйынына абонементтар һатыла башланы. Бындай билет менән даими чемпионатта “Өфө-Арена”лағы уйындарға ирекле инергә була. Абонемент хаҡы 5 мең ярым һумдан башлана. Уны “Салауат Юлаев” хоккей клубы сайтында алырға була. Континенталь хоккей лигаһында юлаевсылар беренсе уйынын 3 сентябрҙә Нурсолтанда “Барыҫ” менән үткәрә. “Өфө-Арена”ла тәүге осрашыу 9 сентябрҙә уҙа. Беҙгә Мәскәүҙән “Спартак” килә.

Фото №1 - "Салауат Юлаев" уйындарына  абонемент 5 500 һумдан башлана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ