Коронавирустан үлеүселәр һаны арта

Илдә коронавирус йоҡтороусылар кәмей. Әммә үлем осраҡтары арта. Был турала оператив штабтан хәбәр итәләр. Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы 260 кешелә асыҡланған, уларҙың 9-ы вафат булған. 120 пациент дауаханаларҙан һауығып сыҡҡан. Вакцинаның тәүге компонентын 940 мең ярымдан ашыу, икенсеһен 688 мең 600-ән күберәк кеше яһатҡан.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республикала вакциналау буйынса эште һүлпәнәйтмәҫкә ҡушты.  

Коронавирустан үлеүселәр һаны арта

Башҡортостанда ауырлы ҡатындарға ла коронавирустан вакцина яһала. “Буласаҡ әсәләр үҙҙәрен дә, тыуасаҡ сабыйҙарын да һаҡлай”, - ти Өфөнөң Дим биҫтәһе клиник дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов.

Коронавирустан үлеүселәр һаны арта

Республикала стационар пункттарҙа, шулай уҡ мобиль нөктәләрҙә коронавирустан вакцина яһатырға була. КОВИД-ҡа ҡаршы шылтыратыуҙар үҙәгенең телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347.

Фото №1 - Коронавирустан үлеүселәр һаны  арта
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ