Был сарала 1800 белгес ҡатнаша. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең төбәк органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев әйтеүенсә, Башҡортостан күптән түгел генә уҙғарылған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу буйынса тәүге ун төбәк исемлегенә инде.
Был ике кампания алда көтөлгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға етди әҙерлек. Был сара 15 октябрҙһән алып 14 ноябргә тиклем барасаҡ. Унда республикала 9 меңдән ашыу иҫәпсенең ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәте» порталында ла үҙаллы ла теркәлергә мөмкин. Башҡортостан башлығы был кампанияларҙың республика үҫеше өсөн үтә лә мөһим булыуын билдәләне.
Айнур Кәбиров






