Бөгөн Рәсәйҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә

Әрме сафына саҡырылыусы егеттәрҙең күптәре тап десантсылар сафына эләгергә теләй. Сөнки «Зәңгәр береттар» яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ҡораллы көстәрҙең элитаһы тип иҫәпләнә.

1930 йылдың 2 авгусында Воронеж янында 12 кешенән торған һауа-десантсылары төркөмөнөң тәүге күнекмәләре үтә. Ошо ваҡыттан алып был көн тотош ғәскәрҙең тыуған көнө тип иҫәпләнә. Ҡанатлы гвардия был көндө киң билдәләй. Пандемияға тиклемге йылдарҙа Забельский аэродромында күмәк халыҡ ҡатнашлығында саралар үтеп килде.

Зәңгәр береттар 2 августа автомобиль колонналары менән Рәсәй ҡалаларының урамдарын иңләй. Элегерәк фонтандар уларҙың яратҡан ял итеү урынына әйләнә торғайны. Әммә хәҙер байрам тәртиплерәк үтә. Быйыл Өфөнөң Еңеү паркында Һауа десант ғәсҡәрҙәре көнө алдынан десантсыларҙың өс быуынын сағылдырған яңы арт-обьект сафҡа инде.

Элиталы ғәскәрҙәр сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандарҙың байрамында беҙҙең ижади төркөм булды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Улар фонтанда ҡойонмай. Һауа десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан был егеттәр байрамын спиртлы эсемлек ҡулланып тәртип боҙоп уҙғармай. Тантана уҙған майҙанға ла йүгереп кенә бара. Сөнки улар үҙҙәрен физик яҡтан ныҡлы әҙерлекле итеп күрһәткән һәм байрамда ла шуны иҫбатларға теләй.

Төркөмдә әле унлап ҡына зәңгәр беретлы. Әммә киләсәктә яҡшы башланғысҡа эйәреүселәр күберәк булыр тип ышаналар. Өфөнөң Галле округы туҡталышынан Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркына тиклем арауыҡты десантсылар бер сәғәттә йүгереп үтте.

Тулҡын паркында зәңгәр беретлылар постаментҡа таба строй аҙымы менән атланы. Тантанала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды һәм һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт ваҡытында һәләк булыусыларҙы бер минутҡа тын ҡалып, иҫкә алды.

Башҡа төр ғәскәрҙәргә ҡарағанда һуңыраҡ барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, “Ҡанатлы пехота” иң мөһим һәм яуаплы бурыстарҙы үтәй. Алдынғы сафтарға беренселәрҙән булып сыға. 1930 йылдың 2 авгусында Воронеж янында 12 кешенән торған һауа-десант ғәскәрҙәренең тәүге күнекмәләре үтә. Ошо ваҡыттан алып был көн һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип иҫәпләнә.

Башҡортостандан йыл һайын йөҙләгән егет ҡанатлы пехота сафын тулыландыра. Ситтән ҡарағанда ғына романтика менән тулы был ғәскәргә һайлап алынып эләгеүселәр иң ауыр хеҙмәт юлы үтә. Бәлки шуғалыр ҙа улар байрамын да киң ҡолас менән билдәләй.

Фото №1 - Бөгөн Рәсәйҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә

Рәмилә Исмәғилева,

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ