Был механизм ярҙамында Берҙәм тауыш биреү көнөндә командировкаға юлланғандар, икенсе ҡалала белем алғандар, ялдағылар, теркәлгән урыны буйынса йәшәмәгәндәр гражданлыҡ бурысын үтәй ала.
Бынан тыш, «Мобиль һайлаусы» мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә лә кәрәк булыуы ихтимал. Ғаризалар 13 сентябргә тиклем барлыҡ территориаль һайлау комиссияларында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә ҡабул ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл сентябрҙә Башҡортостанда күп кимәлле һайлауҙар үтәсәк. Халыҡ Дәүләт Думаһының 8-се саҡырылыш депутаттары өсөн тауыш биреүҙән тыш, урындағы үҙидаралыҡтарҙың вәкәләтле органдарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡ. Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү маҡсатында быйылғы һайлау өс көн буйына дауам итәсәк.
Илдар Байбулатов




