Башҡортостан халҡы иҫәп алыуҙа дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында ҡатнаша ала. Был кампания 15 октябрҙә башлана һәм ноябрь уртаһына тиклем дауам итә. Башҡортостанда даими йәшәүселәрҙең барыһын да теркәү бурысы ҡуйыла. 9 мең иҫәп алыусы эшләйәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров был кампания барышында алынған мәғлүмәттәр Башҡортостандың артабанғы үҫеше өсөн үтә мөһим тип белдерҙе.






