Бөгөн Мәскәүҙә Ҙур театрҙа “Дон Кихот” операһының премьераһы була. Спектаклдең режиссеры – Аскар Абдразаҡов. Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры художество етәксеһенең дебют эше. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, Ҙур театрҙа беҙҙең театр постановкалары йыл һайын күрһәтеләсәк.
Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы Иван Складчиков әйтеүенсә, “Дон Кихот” операһы бөтә театрҙарҙың да репертуарында юҡ. Моңһоу рыцарь хаҡындағы әҫәрҙе донъяның өс театры ғына сәхнәләштергән.
"Дон Кихот"тың премьераһында Республика премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге рәсми делегация була.




