Башҡортостан халҡы һыу һәм һауа сифаты буйынса мәғлүмәтле була

Һауа һәм һыу сифаты тураһында мәғлүмәт халыҡҡа асыҡ булырға тейеш. Республика парламентында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Тирә-яҡ мөхит тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыу һәр граждандың конституцион хоҡуғы. Әммә ғәмәлдә был мәғлүмәттәр бер нисә ведомство һәм ойошмала туплана, улар иһә хәбәр итергә бурыслы түгел, тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев. Закон ҡабул ителгәс, власть органдары экологияға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе рәсми сайттарҙа урынлаштырырға тейеш була.

Фото №1 - Башҡортостан халҡы һыу һәм һауа сифаты буйынса мәғлүмәтле була
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ