"Өфө уҡыусыһы мемуарҙары”. Журналист, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Шамил Вәлиевтың ошондай атамалы китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡ авторҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары менән таныштыра. “Минең әҫәрем аша уҡыусы үҙенең тормошон күҙ алдынан үткәрә ала”, - ти Шамил Вәлиев.
“Китап сағыу деталдәрҙән тора. Уны тормош энциклопедияһы тип атарға була”, - ти китаптың мөхәррире, билдәле драматург Айҙар Хөсәйенов.






