Сибай филармонияһы тулыһынса яңыртылды

Сибай филармонияһының яңыртылған концерт залы сентябрҙә асыла. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы. Бина янғындан зыян күрҙе. Уны тергеҙеү эштәре 2019 йылда башланды. Реконструкцияланған сәнғәт усағын Сибай ҡалаһының 65 йыллығына файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылғайны, әммә быға пандемия ҡамасауланы. Бөгөн филармония тулыһынса яңыртылды. Иң мөһиме – үҙенсәлекле архитектура йөҙө һаҡлап ҡалынды. Яңы корпус өҫтәлде, биләмә йәшелләндерелде, инженер системаһы үҙгәртеп ҡоролдо. Асыу тантанаһына саҡырығыҙ, тип яҙа Республика етәксеһе.

Фото №1 - Сибай филармонияһы тулыһынса  яңыртылды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ