Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һыу буйында иғтибарлы булырға кәңәш итә

Йыл башынан республикала 139 кеше, шул иҫәптән, 15 бала һыу ҡорбаны булған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Кисә лә бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Шишмә районында Ҡалмаш һыуһаҡлағысында 1974 йылғы ҡатын батҡан. Уның кәүҙәһен ирекмән-ҡотҡарыусылар сығарған. Белгестәр хәбәр итеүенсә, ул һыуға төшөр алдынан хәмер эскән. “Иҫерек килеш йөҙөү, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырыу бәләгә килтергән төп сәбәптәр”, - ти, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һыу буйында иғтибарлы булырға кәңәш итә

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 112.

Фото №1 - Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һыу буйында иғтибарлы булырға кәңәш итә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ