Башҡортостан хөкүмәтендә коронавирус менән көрәш мәсьәләһе ҡаралды

   Коронавирус инфекцияһы таралауын туҡтатыу өсөн берҙән-бер юл - вакцина яһатыу. Шулай тип белдерҙе Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә премьер-министр Андрей Назаров. Ул прививкалау һүлпән барған предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәргә дәртләндереү саралары булдырырға ҡушты.

Башҡортостан хөкүмәтендә коронавирус менән көрәш мәсьәләһе ҡаралды

  Оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә республикала 259 кешелә коронавирус табылған. Пандемия башланғандан алып, КОВИД-19 диагнозы 49 мең 28 кешегә ҡуйылған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 951 меңдән ашыу кеше вакцинаның беренсе компонентын яһатҡан. Ике компонентты ла 704 мең самаһы кеше алған. Ведомствола “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны булдырылған. Уның һандары: 8 (347) 286-58-27, 279-91-20. 

Фото №1 - Башҡортостан хөкүмәтендә коронавирус менән көрәш мәсьәләһе ҡаралды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ