Республикала юғары янғын хәүефе һаҡлана

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, көндөҙ һауа температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелә.

Ҡотҡарыусылар халыҡты иғтибарлы булырға, урамда ялан баш йөрөмәҫкә саҡыра. Күберәк һыу эсергә кәңәш ителә. Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғын сығыуға юл ҡуймаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә өндәй.

Башҡортостанда урман янғындары арҡаһында 4 миллион һумлыҡ зыян күрелгән. Быйыл республикала 250-гә яҡын урман янғыны теркәлгән.

Фото №1 - Республикала юғары янғын хәүефе һаҡлана

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ