Янғын һүндереүгә 43 хеҙмәткәр һәм 14 берәмек техника йәлеп ителде. Ут Чкалов урамындағы торлаҡ йорттарға тоҡанды. Өйҙәр бер-ебереһенә яҡын урынлашыу сәбәпле ялҡын телдәренең күршеләргә таралыу хәүефе лә булды.
Янғын таңғы бишенсе яртлыларға ғына һүндерелде. Бәхеткә, кеше ғүмерҙәренә зыян килмәгән. Әле ут сығыу сәбәптәре асыҡлана, ваҡиға урынында тәфтишселәр һәм һынау лабораторияһы белгестәре эшләй.
Рафиҡ Әхмәтшин




