Шул иҫәптән 16-һы балалар. Йәйҙең эҫе килеүе хәлде киҫкенләштерҙе генә. Алдағы көндәрҙә лә йәйге селлә һаҡланасаҡ. Ҡотҡарыусылар был көндәрҙе һыу буйында уҙғара. Ләкин ял итеп түгел, ә ял итеүселәрҙе күҙәтеү маҡсатында. Сираттағы рейдта БЮТ каналы хәбәрселәре лә ҡатнашты.
Инспекторҙар шелтәһенә яуап бер. Барыһы ла яр буйында ҡыҙыныр өсөн генә килгән. Йәнәһе лә, һыуға төшмәйәсәктәр. Ҡотҡарыусылар күҙ уңынан юғалыу менән ҡыҙыныусылар йылғаға эркелә. Көслө ағым, өрөлтмәктәр ҙә һиҫкәндермәй. Тап шундай алабармандарҙы һыу ғәфү итмәй ҙә инде.
Ҡыҙғанысҡа, инспекторҙар иҫкәртеүен ҡайһы берәүҙәр иңҡар итә. Эргәлә генә ҡотҡарыусылар дежур иткән, йыһазландырылған махсус пляж булыуға ҡарамаҫтан, ҡырағайҙарса ял итеүселәр байтаҡ. Күрәһең, үҙ ғүмерҙәрен йөҙ метр атлап үтеүгә лә тиңләмәйҙәр.
Һөҙөмтәлә күңелһеҙ статистика тулылана ғына. Йыл башынан республиканың һыу ятҡылыҡтарында 134 кеше батып үлгән. Шул иҫәптән 16-һы балалар.
Халыҡты хатта 3 мең һумдан биш меңгә тиклем ҡаралған штрафтар ҙа ҡурҡытмай. Ул арала синоптиктар йәйге селлә дауам итәсәген фаразлай. Рус һанымыштары буйынса, Илья көнөнән һуң һыу инергә ярамаһа ла пляждарҙан кеше өҙөлмәй. Ә бит тап шул ышаныуҙар буйынса был көндән һуң һыуға төшөүселәрҙең батып үлеүе ихтимал.
Айнур Кәбиров




