Вакцинация үтеү тураһында ялған белешмә һатыу осрағы буйынса Өфөлә ике енәйәт эше асылды

Баш ҡалала 22 йәшлек егет прививка эшләтеүгә ҡаршы дәлил булған белешмә эшләп, уны 2 меңгә һатыуға сығарған. Ялған документты ул компьютерҙа махсус программа ярҙамында әҙерләгән.

Ҡанды антиесемдәргә тикшереү һөҙөмтәләре менән ялған белешмә һатыу ҙа асыҡланған. Иҡтисади енәйәттәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене «контроль һатып алыу» барышында асыҡланған. Ҡулға алыныусыларҙың икеһенә лә икешәр йылға иркенән хөкөм ителеү янай.

Фото №1 - Вакцинация үтеү тураһында ялған белешмә һатыу осрағы буйынса Өфөлә ике енәйәт эше асылды

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ