Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә

Проект сиктәрендә сәләмәтлек поездары ауылдар буйлап йөрөп халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтә. Йәшәгән урынынан алыҫ китмәйесә граждандар табиптарға күренә, анализдар тапшыра ала. Кушнаренко районында ла күсмә медицина пункты ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Кушнаренко районы Шәрип ауылы үҙәгендә иртә менән халыҡ йыйылған. Ауылдаштар «Сәләмәтлек поезы» килеүен ишеткәс тә күсмә медицина хеҙмәттәре менән файҙаланыуға ашыҡты. Граждандар йәшәгән урынын алыҫ китмәйенсә бушлай төрлө йүнәлештәге табиптарға күренә алды.

«Сәләмәт поезы» акцияһы сиктәрендә ауыл халҡы поликлиникаға бармайынса һаулығын тикшертә ала. Кешеләрҙең ваҡыты, транспортҡа сарыф ителгән аҡсаһы кеҫәһендә ҡала. Иң мөһиме, тәгәрмәсле медицина ярҙамында байтаҡ сирҙәр иртә стадияла асыҡлана.

Автопоезда тикшереү үтеп етди сир асыҡланған осраҡта пациенттарға үҙәк дауаханаға юллама тапшырыла. Вакцина ҡаҙатыусылар прививканы күсмә медицина пунктында һалдырып сертификат алды.

Халыҡты сәләмәтлек поезында ҡабул итеү быйыл октябргә тиклем дауам итәсәк. Һаулыҡ һаҡлау милли проектына ярашлы ойошторолған күсмә дауахана хеҙмәте эш графигы ауыл биләмәһе иғландарында, рәсми сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә яҙыла. Бушлай медицина ярҙамы менән һәр кеше файҙалана ала.

Фото №1 - Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ