Йөрәк ауырыуҙары булған пациенттар бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк

Йөрәк ауырыуҙары булған пациенттар диспансер иҫәбенә ҡуйылғандан һуң 2 йыл дауамында бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк. Был туралағы күрһәтмәгә Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Был сара бигерәк тә коронавирус пандемияһы осоронда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын һөҙөмтәлерәк дауаларға мөмкинлек бирә, тип билдәләнә документта. Дарыуҙар исемлегендә 20-нән ашыу препарат. Йөрәк ауырыуҙарынан яфаланыусыларға ярҙамға бюджетҡа 10 миллиард һум аҡса һалынған.

Бушлай дарыуҙарға 2021 йылдың 1 ғинуарынан табип күҙәтеүенә алынған сирлеләр дәғүә итә ала. Быға тиклем бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү мөҙҙәте бер йыл менән сикләнде.

Фото №1 - Йөрәк ауырыуҙары булған пациенттар бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ