Өфөлә көкөрт водороды яҡынса 3 тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған

Салауат ҡалаһы һауаһында этилбензол күрһәткестәре норманан 4 ярым тапҡырға юғары, Өфөлә көкөрт водороды яҡынса 3 тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Башҡортостан гидрометеорология үҙәге белгестәре республика ҡалаларында һауа бысраныу күрһәткестәре тураһында мәғлүмәтте асыҡлана.

Бер ай эсендә һауаны бысратыу осраҡтары күп тапҡыр теркәлгән. Июндә Салауатта 13, Өфөлә 12, ә Стәрлетамаҡта 5 тапҡыр күрһәткестәр норманан юғары булыуы билдәләнгән. Әле Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Башҡоростандың экология кодексына төҙәтмәләр әҙерләнә.

Закон проектында һауа һәм һыу составы тураһындағы мәғлүмәтте мотлаҡ йәмәғәтселеккә еткереү тураһында һүҙ бара.

Фото №1 - Өфөлә көкөрт водороды яҡынса 3 тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ