Башҡортостан башлығы тармаҡ министрлығына шундай бурыстар ҡуйҙы. Радийй Хәбиров йылылыҡ юғалтыуҙарына юл ҡуймаҫҡа, алтын квитанциялар баҫтырмаҫҡа һәм эшкә яуаплыраҡ ҡарарға саҡырҙы. Әле киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек йылдам бара. 15 сентябргә Яңауылда заманса ҡаҙанлыҡ сафҡа инергә теейеш.
Энергияны һөҙөмтәлерәк ҡулланған ҡоролма ҡаланың 40 процентын йылылыҡ менән тәьмин итә. Был яҡынса 3 мең фатир һәм 11 социаль объект тигән һүҙ. Яңы ҡаҙанлыҡ 50 йыл өҙөклөкһөҙ хеҙмәт иткән элекке ҡоролмаға алмашҡа төҙөлә. Инвестиция проекты 275 миллион һум күләмендә баһалана.
Салауатта 40 йыл элек төҙөлгән йылоылыҡ селтәре яңыртыла. 300 метр торбаны алмаштырыу ҡарала. Улар полиэтилен япма менән ҡапланған һәм коррозияға бирешмәй. Был иһә йылылыҡ юғалтыуҙарын кәметергә мөмкинлек бирә.
Стәрлетамаҡта ла йылылыҡ магистрале төҙөкләндерелә. Торбалар ике автомобиль һәм тимер юлы өҫтөнән эстакада ысулы менән һалына. Ҡышҡы осорҙа юғалтыуҙарға юл ҡуймау маҡсатында республикала йылылыҡ инспекциялары ойошторолдо.
Рафиҡ Әхмәтшин




