Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙҙы. Бина янғындан зыян күргәйне. Уны тергеҙеү эштәре 2019 йылда башланды.
«Реконструкцияланған сәнғәт усағын Сибай ҡалаһының 65 йыллығына файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылғайны, әммә быға пандемия ҡамасауланы. Бөгөн филармония тулыһынса яңыртылды. Иң мөһиме - үҙенсәлекле архитектура йөҙө һаҡлап ҡалынды. Яңы корпус өҫтәлде, биләмә йәшелләндерелде, инженер системаһы үҙгәртеп ҡоролдо. Асыу тантанаһына саҡырығыҙ», – тип яҙа республика етәксеһе.
Рафиҡ Әхмәтшин




