Сиктәр асылыу менән Өфөнән Тель-Авив тура рейс асыу, ә Венаға осоштарҙы тергеҙеү ниәте бар

Шулай уҡ Германияға сәфәр асыу планлаштырылған. Был турала республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Әле халыҡ-ара «Өфө» аэропортынан Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан һәм Белоруссияға осорға мөмкин.

Евразия иҡдисади берлеге илдәренә осоштар йышлығын арттырыу күҙаллана. Әле халыҡ-ара йүнәлештәрҙә сәфәрҙәр көрсөккә тиклемге осор менән сағыштырғанда яҡынса 50 процентҡа аҙыраҡ.

Шул уҡ ваҡытта Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә осоштарға ихтияж шаҡтай арта. Мысырға чартер рейсын пассажирҙар һанын арттырыуға булышлыҡ итер тигән өмөт бар республика хөкүмәтендә.

Фото №1 - Сиктәр асылыу менән Өфөнән Тель-Авив тура рейс асыу, ә Венаға осоштарҙы тергеҙеү ниәте бар

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ